Көҙгөләге кеүек25.11.2016
Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһына (ТКХ ДМС) Башҡортостан 2017 йылдың урталарында тоташтырыласаҡ. Унда халыҡ үҙенең идарасыл ойошмаһы, йорт буйынса күрһәтелгән хеҙмәттәр, уларҙың хаҡы, тәьминәтселәр иҫәбе, ҡулланылған энергия һәм йыйылған бурыс хаҡында белешмә ала аласаҡ. Фатирға түләүҙә сайт аша ла иҫәпләшергә мөмкинлек тыуасаҡ. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ мәғлүмәт көҙгөләге кеүек күренеп торасаҡ.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән кәңәшмәлә ошо проект авторҙарының береһе – Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев ошо хаҡта һөйләне.
– Әлбиттә, был эш ярайһы тырышлыҡ, көс талап итә, – тине ул. – 100 меңләгән ойошма, 50 миллион самаһы шәхси иҫәпте туплау мөһим. Илдә 14 миллион 800 идарасыл компания булһа, бөгөнгә уларҙың 99 проценты теркәлгән. Киләһе ғинуарҙан эш башланғас, 14,5 миллион кеше (30 процент) был хеҙмәт менән файҙалана аласаҡ.
Башҡортостанда ла эш әүҙем бара. ТКХ ДМС капиталь ремонт программаһына алынған барлыҡ күп фатирлы йорттарға ла индерелгән. Киләсәктә шәхси йорттарҙы теркәү мәсьәләһе тора. Бөгөн 15 миллион күп ҡатлы йорттоң – 943 меңе, 17 миллион шәхси йорттоң 5900-ө иҫәпкә алынған.