Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү хуплана25.11.2016
Рәсәй Президенты Хөкүмәт ағзалары менән үткәргән кәңәшмәлә иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Евгений Елин коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың бюджет аҡсаһынан файҙаланыуы йәһәтенән Башҡортостанды лидер тип атаны.

Министр урынбаҫары әйтеүенсә, үҙҙәрендәге үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, илдең 33 төбәге социаль өлкәлә хеҙмәт күрһәтеүгә йәлеп итеү планын раҫланы. Башҡа төбәктәрҙә лә был эштең яҡын арала тамамланырына өмөт ҙур.
– 2017 йылдың 1 ғинуарынан билдәләнгән талаптарға яуап биргән коммерцияға ҡарамаған һәр бер ойошма эш башҡарыусы ойошмалар реестрына инеүгә ғариза бирә, бер нисә айҙан бындай статусҡа эйә була ала, – тине министр урынбаҫары. – Уларға субсидия бүленә. Бындай ойошмалар халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеүгә ике йылға килешеү төҙөү мөмкинлегенә эйә.


Вернуться назад