Һөтлө төбәк булып ҡалабыҙ23.11.2016
Башҡортостан һөт эшкәртеү һәм урындағы сеймал менән тәьмин итеү күләме буйынса Рәсәй төбәктәренең тәүге тиҫтәһенә инде.

Һөт баҙарын өйрәнеү үҙәге әҙерләгән рейтингта республикабыҙ бишенсе урында бара. Төбәктә 695 мең тонна самаһы һөт эшкәртелгән. Был дөйөм Рәсәй күләмендә дүрт процентты тәшкил итә. Республикабыҙ Краснодар крайынан, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән, Алтай крайынан, Татарстандан ғына ҡалыша. Алдынғылар тиҫтәһенә тотош Рәсәйҙә эшкәртелгән һөттөң 45 проценты тура килә.


Вернуться назад