Идара итеү асыҡ булырға тейеш23.11.2016
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге башланғысы менән ойошторолған “Проект Олимпы” конкурсында Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды 120 ойошма араһында “Дәүләт корпорацияларында, дәүләт ҡатнашлығы булған компанияларҙа һәм үҫеш институттарында проект эшмәкәрлегенә идара итеү системаһы” тигән номинацияла өсөнсө урын яуланы.
Фондта 2015 йылдың майында автоматлаштырылған идара итеү системаһы ғәмәлгә индерелде. Уның маҡсаты – предприятиелағы барлыҡ эштең асыҡлығына өлгәшеү, уларҙы берләштереү, ҡуйылған бурысты үтәү ваҡытын ҡыҫҡартыу, һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеү.
– Ғәйәт ҙур эш башҡарылды, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә система күләмле материал менән һуғарылды. Әле проект идараһына өр-яңы ҡараш барлыҡҡа килде. Тотҡарлыҡтар юҡ, фондҡа идара итеү һөҙөмтәлелеге артты, – тигән фекерҙә фондтың генераль директоры Владислав Туманин. – Программа төрлө өлкәләргә ҡулланыла ала. Торлаҡ төҙөлөшө фонды тәжрибәһе быны Рәсәй Хөкүмәте кимәлендә лә раҫланы.