Йәш фельдшерға – 500 мең һум23.11.2016
Республикабыҙҙа йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеүгә ярашлы фельдшерҙарға 500 мең һум аҡса түләнә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле төбәктә белгестәр етмәү сәбәпле, 39 фельдшер-акушерлыҡ пункты ябылған. 100-ҙән ашыу пунктта иһә сирлеләрҙе бер нисә хеҙмәт башҡарған белгестәр ҡабул итә.
Киләһе йыл яңы ярҙам сараһы һөҙөмтәһендә 72 белгесте эш менән тәьмин итеү күҙаллана. Әле министрлыҡ медицина училищеларын тамамлаусылар менән осрашыуҙар ойоштора, документтар ҡабул итә. Килешеү шарттары буйынса белгес яңы урында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.