Төҙөлөш, ремонт эштәрендә нығытыу өсөн ҡулланылған деталдәрһеҙ булмай. Һиҙәһегеҙҙер, хәҙер элекке сөйҙәрҙе яйлап ҡына саморездар, урыны менән дюбель, анкерҙар алмаштыра бара. Уларҙың бер нисәһе тураһында яҙып үтмәксебеҙ. Дюбель (немецсанан dubel — нығытыу) һайлағанда, ҡағиҙә булараҡ, шундай төп параметрҙарға ҡарайҙар: материалдың ҙурлығы һәм ауырлығы, нигеҙе һәм конструкцияһы (стена, иҙән, түбә), нығытманың төрө. Әгәр нығытыласаҡ предметтың ауырлығын билдәләү ҡыйын икән, ҙур ауырлыҡ тоторлоҡ дюбель һайлайҙар.
Хужалыҡ итеүҙә иң күп ҡулланылған, киң таралғаны стандарт нейлон дюбелдәр. Улар теләһә ниндәй тығыҙ материалға ярай һәм 2-16 миллиметрлы шөрөптәр менән файҙаланыла. Бының өсөн тәүҙә стенала дюбель диаметрына ярашлы тишек тишелә. Ошонда ул артҡа ҡараған “мыйыҡтары” ярҙамында тора. Шөрөптө ныҡлап борғас, әлеге мыйыҡтар стенаға ҡаҙала, ҡыҫыла.
Газобетон өсөн ҡулланылған дюбелдәр ҙә (б) традицион нығытыу элементтарынан тора. Бында материалдың урта өлөшөндәге диаметрҙа тишек тишелә, уға дюбель сүкеш менән һуғып индерелә. Спираль рәүешендә эшләнгән ҡабырғалары ярҙамында торһа, эске шөрөбөн борған һайын нығына бара.
Шулай уҡ рамлы дюбелдәр ҙә була. Улар 60—360 миллиметр оҙонлоҡта сығарыла. Ике төрлө булалар: материалды ҡаты һәм йомшаҡ ергә беркетеү өсөн. Исеме үк тәҙрә, ишек яңаҡтары ҡуйғанда ҡулланылыуы тураһында һөйләй.
Сөй формаһындағы дюбелдәр плинтус, рейкаларҙы беркетеү өсөн файҙаланыла. Тәүҙә материалға тишек тишәһең дә дюбелдең ҡалған өлөшөн иҙәнгә, стенаға ҡағып индерәһең.
Анкер немец теленән тәржемә иткәндә “якорь” тигәнде аңлата. Нығытыу детале стенаға туранан-тура бороп, ҡағып индерелмәй. Тәүҙә дюбель йәки анкер аша ҡуйыла. Әйтергә кәрәк, уларҙың икеһенең дә аныҡ ҡына айырмаһы юҡ. Асылда дюбель анкерҙың еңелсә төрө булып тора.
Ҡағыу юлы менән беркетелеүсе ябай LA, LAH анкерына эске яҡлап һырҙар (резьба) һалынған. Тәүҙә таш, бетон стенаға тишек тишелә, һуңынан анкер ҡуйылып борола. Ошо юл менән нығытыла. Башлыса барлыҡ анкерҙар ҙа ошолай беркетелә.