Майҙың тәмен беләләр шул22.11.2016
Ҡайһы етештереүсенең ризығы тәмле икәнен халыҡ белеп бөткән. Баҙарҙа Ҡырмыҫҡалы йә Ҡандра икмәге, Миәкә һөтө, Дүртөйлө майы тип эҙләп йөрөп алалар. Бер шәхси эшҡыуар ана шуны иҫенән сығарып, ҡырын эш ҡылып тотола ла инде.
Был йүнсел осһоҙло май һатып ала. Шунан үҙе принтерҙа Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинатының тышлығы күсермәһен баҫып сығарып, продукцияны шуға төрөп күмәртәләп һатыуҙы яйға һала. 2015 йылдың сентябренән 2016 йылдың апреленә тиклем был “Крәҫтиән” майы магазиндарға һәм балалар баҡсаһына таратыла.
Әммә һатып алыусыны алдамаҫһың. Кемдер “Дүртөйлө майы”ның сифаты түбән булыуын һиҙеп ғәжәпкә ҡала һәм тейешле тикшереү органына ялыу яҙа. Һөҙөмтәлә алдашыу фашланып, 100 килограмдан ашыу май һатыуҙан алына. Ә 29 йәшлек эшҡыуарға 100 мең һум штраф һалына. Мутлашыусы арҡаһында Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинаты 200 мең һумлыҡ зыян күрә.