“Орфей”ҙар ҡәҙерләп һаҡлана22.11.2016
“Орфей”ҙар ҡәҙерләп һаҡлана  “Мәскәү – Силәбе” поезы менән Өфөгә махсус йөк – 20 ТЭФИ статуэткаһы килде. Иртәнән һуң Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында финалға сығыусылар улар өсөн көс һынашасаҡ. Тантанаға тиклем бронза “Орфей”ҙар һаҡ аҫтында тотола.
Башҡортостан телевидениеһы вәкилдәре бер нисә номинацияла “ТЭФИ-Төбәк-2016” бәйгеһенең төп бүләге өсөн көрәшәсәк. “Мәғлүмәттәр сығарылышын алып барыусы” номинацияһында Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостан филиалынан Айгөл Кантюкова, “Ағартыу программаһы”нда – “Вся Уфа” телекомпанияһының “Уфимский городовой” проекты, “Балалар өсөн программа” номинацияһында “Тамыр” студияһының “Ҡымыҙ юлы” тапшырыуы ҡатнаша.
Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының республика филиалы төшөргән “Яңы йыл мөғжизәһе” тапшырыуы ла финалға сыҡты. Ул махсус номинацияға дәғүә итә. Быйыл илебеҙҙәге 167 телекомпаниянан 545 эш бәйгелә ҡатнашырға тәҡдим ителде.


Вернуться назад