Бәләгә тарыһаң, ярҙам итерҙәр22.11.2016
Республикала водителдәр өсөн күсмә йылытыу һәм туҡланыу пункттары эшләй. Мәҫәлән, Белорет райо­нында төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа ярҙам күрһәткән ошондай ике пункт бар.
Улар 44-се янғын һүндереү бүлеге һәм Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте нигеҙендә ойошторолған. Пункттар палатка, ҡайнар аш-һыу, аҙыҡ йылытыу ҡаҙандары, зарядлау һәм йылытыу ҡулайламалары, генераторҙар, йоҡо урындары менән йыһазландырылған. Бында шулай уҡ төрлө элемтә сараларын да ҡулланырға мөмкин.


Вернуться назад