Салауаттың һуңғы төйәгендә22.11.2016
Ошо көндәрҙә Латвия Республикаһы 98 йыллығын билдәләне. Дәүләт байрамы осоронда башҡорт диаспораһы ҡатнашлығындағы саралар байтаҡ булды.
“Аҡбуҙат” башҡорт йәмғиәте, “Шишмә” башҡорт һәм татар мәҙәниәте йәмғиәте Латвия ЮНЕСКО комитеты толерантлығы көнөндә, Мәскәүҙән килгән “Заман” башҡорт этно-төркөмөнөң концертында сығыш яһаны.
Рига Думаһында Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт департаменты рәйесе Эйжения Алдермане менән “Салауат Юлаев” халыҡ-ара үҙәге етәксеһе Рина Хәмитова Рига менән Латвия башҡорттары һәм Башҡортостан ойошмалары араһындағы артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Латвия башҡорттары республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Икенсе йыл рәттән Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарҙың сәфәре ойошторола, байрамдар осоронда берлектәге концерттар ҡуйыла. Күренекле башҡорт музыканты Роберт Юлдашевтың, Мәскәүҙән “Аҡ тирмә” фольклор төркөмөнөң сығыштарын урындағы халыҡ ихлас ҡабул итте.
Рина Хәмитова әйтеүенсә, Башҡортостандан килгән ижади коллективтар Латвия халҡына башҡорт мәҙәниәтен, музыкаһын, йолаларын танытыу йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡара.