Күптәр “Ҡотҡарыу хеҙмәте 112” тигәнде ишетеп кенә беләлер. Ғәмәлдә был муниципаль ҡаҙна учреждениеһы байтаҡ йылдар эшләп килә һәм, телефондан 112 һанын йыйып, “ҡотҡарығыҙ!” ауазы сығыу менән ярҙамға сығып китергә әҙер. Ошо көндәрҙә был хеҙмәттең мәғлүмәт-диспетчер үҙәгендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тиҙ арала бөтөрөү сараларына арналған күнекмә үткәрҙеләр. – Быйыл 2 июлдә булған штаттан тыш хәл – беҙҙең республикала һәм уның тирәһендәге ҡайһы бер төбәктәрҙә миллиондарса кешенең кинәт электр утынан мәхрүм ителеүе ошо өлкәләге белгестәр өсөн ҙур һабаҡ булды, – тине Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, баш ҡаланың ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе, берлектәге күнекмәләрҙең етәксеһе Салауат Хөсәйенов. – Әгәр ҙә ул ҡышҡы һыуыҡтарға тура килһә, эҙемтәләр тағы ла насарыраҡ булыр ине.
Күнекмә Өфөлә электр утының өс сәғәткә һүнеп тороу ихтималлығын тикшерҙе. Был осраҡта ҡала тормошон тәьмин итеп тороусы ойошмалар нимә эшләй аласаҡ? Берҙәм энергетика системаһының Башҡортостан төбәк диспетчер идаралығы директоры Андрей Коротков, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” йәмғиәтенең баш инженеры Владимир Кремер, “Өфөводоканал” предприятиеһының генераль директоры Асҡар Фәйзуллин, айырым предприятиелар вәкилдәре һәм башҡалар ошондай шарттарҙа күреләсәк саралар тураһында ентекле һөйләне. Өфөнөң йылылыҡ селтәрҙәре етәксеһе Максим Петров әйтеүенсә, ҡышҡы селлә булғанда ла ҡаланың был тармағы өс сәғәт буйы йорттарҙы һыуытмай тора аласаҡ. Ә бына Өфө эластомер материалдар һәм конструкциялар заводы цехтарҙағы йылыны ике сәғәттән дә оҙағыраҡ һаҡлай алмаясаҡ.
Күнекмә барышында Өфө ҡала электр селтәрҙәре буйынса 11 бригаданың, 14 берәмек техниканың авария урынына юлланырға әҙер икәнлеге асыҡланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү системаһының айырым иғтибар үҙәгендә булған объекттарға (дауаханалар, балалар баҡсалары һ.б.) тиҙ арала күсмә электр станциялары барып етәсәк.
– Авария эҙемтәләрен бөтөрөү – ҡотҡарыу хеҙмәте буйынса белгестәрҙең эше, әммә һәр предприятие етәксеһе электрһыҙ тороп ҡалған ваҡыт эсендә ниндәй ашығыс саралар күрергә икәнен аныҡ белергә бурыслы, – тине Салауат Хөсәйенов.