Һыуға зар-интизар булып18.11.2016
Республикабыҙҙа ҡайһы бер эшҡыуарҙар урындағы халыҡты йылға-күлдәргә яҡын ебәрмәй. Шаран район прокуратураһы граждандарҙың һыу объекттарынан ирекле файҙаланыу хоҡуғын судта яҡлап сыҡты.
Асыҡланыуынса, төбәктәге ике йүнсел балыҡ­сылыҡ хужалығын ойоштороу өсөн муниципаль ерҙе һәм быуаларҙы ҡуртымға алған. Закон буйын­са улар граждандарҙың ошо объекттарҙан файҙаланыу хоҡуғын сикләргә тейеш түгел, әммә эшҡыуарҙар был талапты иғтибарһыҙ ҡалдырған. Уларҙың береһе ҡуртымға алынған биләмәне ҡой­ма менән уратҡан, шлагбаум ҡуйған, икенсеһе иһә һыу һаҡлау биләмәһендә ике ҡунаҡ йорто, мунса һалған.
Район прокуроры законһыҙ ҡоролмаларҙы һү­теүҙе талап итеп, судҡа мөрәжәғәт иткән. Суд күҙәтеү ведомствоһының дәлилдәре менән риза­лашҡан һәм дәғүәне ҡәнәғәтләндергән. Әле ҡа­рар прокуратура контроленә алынған. Бынан тыш, был әҙәмдәр административ яуаплылыҡҡа тарт­ты­рылған, уларҙың эшмәкәрлеге 14 тәүлеккә туҡтатылған.


Вернуться назад