Ҡояштың ҡөҙрәте менән18.11.2016
“Хевел” компанияһы Көйөргәҙе районында Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының өсөнсө сиратын файҙаланыуға тапшырҙы.
Төҙөлөш өс этапта алып барылды һәм ваҡы­тын­да тамамланды. Электр станцияһының 5 МВт ҡеүәткә эйә булған тәүге сираты былтыр декабрҙә сафҡа индерелгәйне. Быйыл апрелдә иһә электр станцияһы электр энергияһының һәм ҡеүәттең күмәртә баҙарына сыҡты. Ете ай эсендә ул сәғә­тенә 4,5 ГВт-нан ашыу энергия сығарып, план күрһәткесен 26 процентҡа арттырып үтәне.
Станцияның икенсе сираты 21 октябрҙә генә ғәмәлгә инде. Уны Өфөлә уҙғарылған Рәсәй энер­гетика форумына килгән илдең энергетика министры Александр Новак асҡайны. Әле иһә, станцияның өсөнсө сираты файҙаланыуға тапшырылыу менән, ул проект ҡеүәтенә сыҡты. Әйткән­дәй, станция төҙөлөшөндә файҙаланылған ҡорамал, йыһаздарҙың 70 проценты Рәсәй предприятиеларында етештерелгән.
Бөгөлсән ҡояш электр станцияһы Көйөргәҙе районының электр энергияһына ихтыяжын 60 – 70 процентҡа тәьмин итәсәк. “Хевел” компанияһы Башҡортостанда ошондай һигеҙ объект төҙөргә ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме алты миллиард һумдан ашыу булмаҡсы. Белгестәрҙең фекеренсә, Башҡортос­танда ҡояш радиацияһы кимәле бик юғары.


Вернуться назад