Сағыу сәскәләрҙә йәй төҫө16.11.2016
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һынлы сәнғәт донъяһын үҙ итеүселәрҙе Рус импрессионизмы музейының “Китапханалағы картина” проекты буйынса әҙерләнгән мәҙәни сараларға саҡыра.
Яңыраҡ китапханала халыҡ рәссамы Петр Кончаловскийҙың “Һәр төрлө сәскәләр (Һыу һипкес менән сәскәләр натюрморты)” картинаһы күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Сараға Мәскәү ҡалаһынан Рус импрессионизмы музейы директоры Юлия Петрова, музей хеҙмәткәре Маргарита Басалаева һәм Балалар белемен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Миңзәлә Ишморатова саҡырылғайны. Сараға шулай уҡ билдәле рәссамдар һәм фотографтар килгәйне.
– Башҡортостанда музейҙар эшмәкәрлеге иғтибарға лайыҡ, бөгөнгө күргәҙмә лә юғары кимәлдә ойошторолған. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек Өфөлә йәшәгәндәргә һәм ҡала ҡунаҡтарына матурлыҡҡа һоҡланып, олоһона ла, кесеһенә лә сәнғәттең матур өлгөләре менән танышырға мөмкинлек бирәсәк, – тине сығышында Юлия Петрова.
“Һәр төрлө сәскәләр” картинаһы – П.П. Кончаловскийҙың иң уңышлы эштәренең береһе. Сағыу төҫтәрҙән үрелгән ижад емеше күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдыра.
Күргәҙмә баш ҡалабыҙҙа 24 ноябргә тиклем буласаҡ. Китапхана ишектәре ял көнө лә асыҡ. Ҡарлы-буранлы мәлдә йәй төҫөн күрергә теләһәгеҙ, Милли китапхананың 2-се корпусына рәхим итегеҙ.


Вернуться назад