Өҫтөнлөклө йүнәлештәр иғтибар талап итә16.11.2016
Өфөләге Конгресс-холда ойошторолған “Дәүләт секторында проект идаралығы. Методик рекомендациялар һәм ҡулланыу ғәмәле” тигән семинарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республикабыҙҙың Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов ҡатнашты.
– Илебеҙҙең 2025 йылға тиклемге үҫеш юлдарын барлаған Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса президиум советы ултырышы үтте. Унда һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҡала мөхите, ипотека, торлаҡты ҡуртымға алыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, бәләкәй ҡалалар, хәүефһеҙ юл һәм башҡа өлкәләрҙәге аныҡ йүнәлештәр билдәләнде, – тине Илшат Азамат улы. – Үҙ сиратында ошо көнүҙәк мәсьәләләр буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыласаҡ.
Вице-премьер белдереүенсә, Рәсәйҙә күптән түгел проект эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса положение ҡабул ителгән. Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте лә проект эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса президиум ултырышы үткәргән.
Илшат Тажетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, киләсәктә күп бел­гестәр талап ителәсәк, уларҙың белемен камиллаштырыу зарур.
Шулай уҡ “Дәүләт проекттары һәм программалары менән идара итеү буйынса проект идаралығын индереү” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә бик ҡыҙыу һөйләшеү барҙы.


Вернуться назад