Балтик буйында тирмә ҡоролормо?16.11.2016
Ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Аксель Гросс Латвияның Рига ҡалаһында этник төрки үҙәк төҙөргә йыйына.
“Рига – туристар ҡалаһы. Унда төрки мәҙәниәткә ихтыяж ҙур булыр, тип уйлайым. Башҡортостандың Архангел районында ла латыш халҡы күпләп йәшәй. Ошолай тығыҙ аралашыу мәҙәниәттәрҙе байытыр ғына”, – ти ул.
Аксель әйтеүенсә, Ригалағы тирмәләрҙә халыҡ кәсептәре өлгөләре, милли кейем ҡуйыласаҡ, бал, ҡымыҙ, сувенирҙар һатыласаҡ. Милли кейемдә фотоға төшөргә, башҡорт һәм татар халыҡтарының тарихын өйрәнергә мөмкин буласаҡ. Был үҙәк Өфөләге “Ватан” этнопаркын хәтерләтәсәк.
Проект өсөн тирмәләрҙе Миәкә районы оҫтаһы эшләргә әҙер. Тик бер тирмәне яһап, Латвияға алып барып ҡуйыу 200 мең һумға төшәсәк. Ирекмәндәр был эшкә бағыусыларҙы йәлеп итә алырмы?