Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Мәскәүҙә Бөйөк кенәз Владимирға һәйкәл асылғайны. Киң мәғлүмәт саралары уның скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһы академигы Салауат Щербаков эше икәнлеген хәбәр итте. Кем икән данлыҡлы башҡорт исемен йөрөткән был оҫта?Баҡһаң, Салауат Щербаков – беҙҙең милләттәшебеҙ. Үҙе әйтеүенсә, исемен атаһы ҡушҡан, ә ул Ырымбур башҡорто булған. Атаһы, аслыҡ ваҡытында ата-әсәһеҙ, туғандарһыҙ ҡалғас, балалар йортонда үҫә. 18 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышына китә. Фронттан ҡайтҡас, Мәскәүҙәге техникумға уҡырға инә һәм шунда ҡала.
Скульптор атаһының Ватанындағы нәҫел-нәсәбен белмәй, туғанлыҡ ептәре өҙөлгән булған. Әммә ул үҙенең тамырҙарын юллау теләге барлығын белдергән.
Афарин, башҡорттоң ҡанында бит инде шәжәрәһен өйрәнеү!