Эшҡыуарҙарҙы уҡыталар15.11.2016
Башҡортостанда фермерҙар өсөн махсус курстар ойошторола.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге буйынса 40 сәғәтлек программаны республика Ауыл хужалығы министрлығы Башҡорт дәүләт аграр университетының Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты менән берлектә төҙөгән.
Әле курстар Ишембай районында үткәрелә. Унда күрше туғыҙ район фермерҙары һәм мәғлүмәт-консультация үҙәктәре белгестәре йәлеп ителгән. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 – 18 ноябрҙә ошондай уҡ курстар – Балтас, 21 – 25 ноябрҙә Салауат райондарында үтәсәк.


Вернуться назад