Үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды15.11.2016
Өфөгә эш сәфәре барышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башнефть-Новойл” нефть эшкәртеү заводында булды.
“Башнефть-Новойл” тағы ла ике етештереү майҙансығы — “Башнефть-ӨНЭЗ” һәм “Башнефть-Өфөнефтехим” менән берлектә “Башнефть” компанияһының берҙәм нефть эшкәртеү комплексына инә. Ул Рәсәйҙә, Үҙәк Азия, Европа илдәрендә ихтыяж ҙур булған 150-нән ашыу төрҙәге нефть һәм нефть химияһы продукцияһы сығара.
Нефть эшкәртеү заводына сәфәрҙән һуң Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы идараһы рәйесе Андрей Шишкин менән осрашты. Унда компанияны үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
Ошо уҡ көндө Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич округтағы диниә назараттары рәйестәре менән дә аралашты. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Дин әһелдәре менән Михаил Бабич мосолман дини ойошмаларын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләште: милләт-ара һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, мосолман ойошмаларының йәмәғәтселек һәм дәүләт органдары менән эш итеү һәм бәйләнеш булдырыуын, йәштәр менән мөғәмәләлә булыу, радикализм һәм экстремизмды иҫкәртеү, ислам буйынса белем биреү һәм башҡа һорауҙар күтәрелде.
Был саранан һуң Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Өфө үҙәгендәге яңы бинаға күскән Рус Православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы идаралығында булды һәм уны реконструкциялау барышы менән танышты.
Быға тиклем идаралыҡ Өфөнөң шәхси секторындағы ике ҡатлы бинала урынлашҡайны. Михаил Бабичтың туранан-тура булышлыҡ күрһәтеүе һәм төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тырышлығы һөҙөмтәһендә быйыл митрополияға ҡаланың тарихи үҙәгендәге заманса бина тапшырылды.