Яңы федераль инспектор тәғәйенләнде15.11.2016
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич эш сәфәре менән Башҡортостанда булды.
Хөрмәтле ҡунаҡ, барыһын да полиция хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡайнар ҡотлап, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры булып эшләгән Михаил Закомалдинды республикабыҙ буйынса Баш федераль инспектор итеп тәғәйенләүе тураһындағы яңылыҡты еткерҙе.
– Михаил Иванович – алдынғы хеҙмәткәрҙәр исемлегендә. Илебеҙ һәм төбәк мәнфәғәтен иҫәпкә алып, уны шундай юғары вазифаға тәғәйенләнек, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Михаил Закомалдин менән бергә аңлашып эшләүе хаҡында әйтте, уның тәртип һаҡлауҙа өлгәшкән уңыштары менән бергә структураның матди-техник базаһын нығытыуға ҙур өлөш индергәненә лә баҫым яһаны.



Вернуться назад