Боҙло ямғыр яуыуы арҡаһында республика юлдарындағы хәл киҫкенләште. Боҙлауыҡ автоһәүәҫкәрҙәр һәм йәйәүлеләр өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, әйтерһең дә, водителдәрҙе оҫталыҡҡа һынай. Тик был имтиханды бөтәһе лә уңышлы тапшыра алмаған. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә 120 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа өс кеше һәләк булған, 25 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Өфө, Октябрьский, Туймазы ҡалаларында һәм Баҡалы районында хәл киҫкен булған. Октябрьский ҡалаһында “Нефаз” автобусы ағасҡа бәрелгән, ә “КамАЗ” йөк автомобиле икмәк һатылған киоскка барып ингән. Туймазы ҡалаһында ла ошоларға оҡшаш авария теркәлгән, уларҙа башлыса йөк автомобилдәре зыян күргән.
Сибай – Баймаҡ юлында еңел автомобиль менән идара итеүсе ир тиҙлекте арттырыу сәбәпле, боҙлауыҡҡа эләгеп, юл ситенә сыҡҡан һәм түңкәрелгән. Авария урынында ҡотҡарыусылар эшләгән. Иң аяныслы – өс бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡазаланғандарҙың барыһы ла дауаханаға оҙатылған.
Боҙло ямғыр арҡаһында юлдарҙа зыян күреүсе йәйәүлеләр һаны ла бермә-бер артҡан. Ял көндәрендә Өфөлә генә травпунктҡа 250-гә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.
Гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, дүшәмбенән һауа торошо үҙгәрәсәк. Ҡарлы-ямғырлы йылы циклон һыуыҡ һауа массаһына урын бирә. Республикала һыуытасаҡ, көндәр аяҙ торасаҡ.
Юлдарҙағы ҡатмарлы хәл тураһында Башҡортостандың ЮХХД инспекцияһы ла иҫкәртә. Автоһәүәҫкәрҙәргә ваҡытлыса оҙон юлға сыҡмаҫҡа, маршрут автобустарына өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә.