Ҡәҙерле кешебеҙ Хәйҙәр Ахун улы Баяновтың арабыҙҙан китеүенә бер йыл тула. Ул 1940 йылдың 1 ғинуарында Әлшәй районының Торонтайыш ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда Тельман исемендәге колхозда башлай. Дәүләкән механизация училищеһын тамамлағандан һуң тракторсы булып эшләй. 1961 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. 1962 – 1965 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, институтта уҡыуын дауам итә. 1969 – 1990 йылдарҙа Тельман исемендәге колхозда агроном, баш агроном була, 1984 йылда өлкә партия конференцияһына делегат итеп һайлана. 1990 – 1991 йылдарҙа – Тельман исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары, 1996 – 1998 йылдарҙа – колхоз рәйесе. Күп тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. 2000 йылда хаҡлы ялға сыға.
Ғүмер бер генә бирелә. Тормош юлын йәшәгән көндәрең өсөн хурлыҡ, үкенес тойғоһо кисермәҫлек итеп үтергә кәрәк. Хәйҙәр ҙә ошо ҡағиҙәнән тайпылманы, башҡаларҙан да шуны талап итте. Танк командиры, агроном, колхоз рәйесе, партия эшен ойоштороусы булһынмы, халҡына намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итте, ерҙә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Илебеҙҙең емерелеүен, хужалыҡтарҙың юҡҡа сығыуын, баҫыуҙарҙың сүп-сарға күмелеүен, йәштәрҙең “ҙур аҡса” артынан ситкә китеүен бер ҙә үҙһенмәне ул. Әммә яҡты киләсәккә өмөтөн бер ҡасан да юғалтманы.
Һинең кеүек изге күңелле, ихлас кеше генә ерҙә яҡты эҙен ҡалдыралыр. Беҙ онотмайбыҙ һине, Хәйҙәр!
Ҡатының Рима, ҡыҙың Лена, улың, ейәндәрең, дуҫтарың Рәсәй, Нурфәйез, Фәнүс, Раил.