Тәмле нәмә күп булмай11.11.2016
Мәктәп уҡыусылары көҙгө каникулда булғанда хоккейсыларға ла бер аҙналыҡ ял тәтене. Был ваҡытҡа Континенталь хоккей лигаһында 60 уйындың 27-һен уҙғарып өлгөргәйне улар.

Хәҙер инде тәнәфес бөттө, боҙҙағы сәкәлә­шеү­ҙәр яңынан ҡыҙҙы. Етәр, тәмле нәмә күп булмай бит.
Юлаевсылар сираттағы уйынын Тольяттиҙың “Лада”һы менән Өфөлә үткәрҙе. Тәүге осорҙа, күпме ҡыуалаһалар ҙа, шайба бер яҡ ҡапҡаға ла инергә теләмәне. Ял итеү яҡшыға илтмәне, ахыры. Ә бына уйындың артабанғы өлөшө голдарға бай булды – яҡташтарыбыҙҙың ике шайбаһына ҡунаҡтар ҙа икәү менән яуап бирҙе. Иғтибарһыҙлыҡ аяҡ сала беҙҙекеләргә! Ярай әле, тәнәфескә сигнал булғайны тип, “Лада”ның өсөнсө шайбаһын һанаманылар.
Өсөнсө осорҙа тренерҙарҙың түҙемлеге бөттө шикелле. Яңы ҡапҡасыны – Никлас Сведбергты сығарҙылар. Команда дәртләнеп китте. Һөҙөмтәлә тағы ике шайба индереп, уйынға нөктә ҡуйҙылар.
Әйткәндәй, йәрәхәте йүнәлеп, Сергей Соин сафҡа баҫты. Ә Игорь Григоренко менән Андреас Энгквист һаман “лазаретта”.


Вернуться назад