Мәскәү шыршыһына кем бара?11.11.2016
Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүгә, Кремль һарайында үткәреләсәк Яңы йыл шыршыһы байрамына юлланасаҡ.

Яңы йыл тамашаһы 26 декабрҙә уҙғарыла. Унда ата-әсәһе хәрби йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған йәки яраланған 8 – 13 йәш­лек балалар, мәктәп-интернаттарҙа, балалар йорт­тарында тәрбиәләнеүселәр, социаль йәһәт­тән мохтаж һәм күп балалы ғаиләләрҙәге сабый­ҙар, уҡыу алдынғылары, бәйгеләрҙә, олимпиада­ларҙа еңеүселәр, кадеттар саҡырыла.
25 декабрҙә балалар “Кескәй йөрәк тураһын­дағы баллада” музыкаль тамашаһын ҡараясаҡ, иртәгәһенә шыршы байрамында ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад