Хәйбуллала – яңы рудник11.11.2016
Башҡортостан Хөкүмәте менән “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Хәйбулла районындағы “Юбилей” ятҡылығында ер аҫты руднигы төҙөүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте башланғыс этапта инвесторға ҡануниәттә билдәләнгән өҫтөнлөк­тәрҙе – мөлкәткә һәм табышҡа һалым буйынса ташлама бирәсәк. “Башҡорт баҡыры” проектҡа 40,4 миллиард һум инвестиция йәлеп итәсәк.
Күҙаллауҙар буйынса, яңы рудниктың етеш­тереүсәнлеге йылына өс миллион тонна самаһы руда тәшкил итәсәк. Был йыл һайын 36 мең тон­на баҡыр, 10 мең тонна цинк сығарыу, байыҡ­тырыу фабрикаһын тулы ҡеүәтенә эшләтеү мөм­кинлеген бирәсәк. Предприятиела яңы эш урындары булдырыласаҡ, әлеге 445 урынға тағы ла 1,5 мең вакансия өҫтәләсәк.


Вернуться назад