Дин әһелдәре өсөн берҙәм форма тегеләсәк08.11.2016
Республиканың Диниә назараты хеҙмәткәрҙәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты осрашыу үткәрҙе. Унда дингә аяҡ баҫҡан милләттәштәребеҙгә милли биҙәктәр тегелгән кейемдәр тектереү мәсьәләһе ҡаралды.

Был юҫыҡта БЮТ кана­лының комментаторы, “Йома”, “Иман” тапшырыу­ҙары­ның авторы Морат Лоҡманов: “Шәри­ғәт ҡанундарына ярашлы тегел­гән матур милли кейемдәр күренгеләй, шуға күрә лә эште баш кейеменән башларға, милли орнаменттар, һәр ырыуҙың тамғалары сигелгән түбәтәй­ҙәрҙе брендҡа әйлән­дерергә кәрәк”, – тине. Тимәк, башҡорт мосолмандары ла милли ке­йем­дә йөрөйәсәк. Өҫтәүенә унда шундай деталдәр инде­реп, был кейемдәге кешенең дәрәжәһен, халыҡ алдында биләгән урынын танытыу мөмкинлеге уйланылды. Кейемдәрҙең дизайнын уйлау, тектереү ысулдары мәсьәләһен хәл итеү өсөн Өфөнөң махсус уҡыу йорттарына заказ бирергә тәҡдим индерелде. Өфө дәүләт нефть техник универси­тетының иҡтисад һәм сервис институты, М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты һәм төрлө колледждар араһында был йәһәттән конкурстар ойошторорға ҡарар итте йыйылышта ҡатнашыу­сылар.
Шул ыңғайҙан Өфөнөң Салауат һәйкәле майҙанында милли асылды сағылдырған дини кейемдәрҙе халыҡ ара­һында популярлаштырыу буйынса Түбәтәй байрамы ойоштороу ҙа күҙ уңында тотолдо.



Вернуться назад