Башҡорт балына – юғары балл!09.11.2016
Башҡорт балына – юғары балл! Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Төркиәнең Мугла провинцияһында үткәрелгән Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресы күргәҙмәһендә төп бүләккә лайыҡ булды.
Форумда 26 ил, ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. “Апимондия” федерацияһына ингән комиссиялар етәкселәре конгрестың ойоштороусылары һәм эксперттары булды.
Форум барышында умартасылыҡ продукцияһы күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Рәсәй стенды унда ҙур уңыш ҡаҙанды. Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге күргәҙмәлә 65 төрлө продукция тәҡдим итте. Ҡунаҡтар йүкә, ҡарабойҙай, сәскә балын тәмләп ҡараны. Мугла провинцияһы губернаторы апитерапия үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғоловҡа умартасының алтын статуэткаһын тапшырҙы.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара барышында 2021 йылда “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһының 47-се конгресын һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһен үткәреүгә кандидат булараҡ Рәсәй менән таныштырыу сараһы ла булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов үҙенең сығышында, республика умартасылыҡ берекмәләре делегациялары эше өсөн ҡулай шарттар булдырасаҡ, тип ышандырҙы.


Вернуться назад