17 ноябрҙә Өфөлә “Беҙҙекен бел: Башҡортостан” тәүге туристик онлайн-күргәҙмәһе ойошторола.
Уның төп бурысы – Рәсәйҙе һәм БДБ илдәрен республиканың туристик мөмкинлектәре менән таныштырыу. Сараны эске туризм менән шөғөлләнгән тиҫтәләгән федераль туроператор ҡатнашлығында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Profi. Travel компанияһы ойоштора.
Күргәҙмәлә барған ваҡиғалар тура эфирҙа күрһәтелә. “ВДНХ-Экспо” үҙәгендә төбәктәге төп туроператорҙар, тау саңғыһы курорттары, отелдәр, шифаханалар һәм башҡа объекттар үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итәсәк. Ойоштороусылар шулай уҡ республикала рекреацион-туристик ҡеүәтте үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышырға ниәтләй.