Киләһе йылдың эмблемаһы бар09.11.2016
Киләһе йылдың  эмблемаһы бар Республикабыҙҙа 2017 йылдың – Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының –эмблемаһы раҫланды. Төбәктәге Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән ошо турала хәбәр иттеләр.

Эмблема Башҡортостандың милли флагы төҫтәрендә башҡарылған. Төп график фигура – алты мөйөш. Ул экологик яҡтан таҙа райондарҙа, шул иҫәптән махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә милли кәсеп булараҡ үҫешкән умартасылыҡты сағылдыра. Башҡорт милли биҙәге элементы бер үк ваҡытта үҫентене лә, ҡошто ла, кешене лә кәүҙәләндерә. Ул ошо рәүешле тәбиғәттәге бар нәмәнең үҙ-ара бәйләнеше, экологияның фән булараҡ әһәмиәте хаҡында һөйләй.
Конкурс комиссияһы Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының слоганын да һайлап алды. “Саф. Ҡурсалаусыһыҙ. Һинең ҡулда…” (“Чиста. Беззащитна. В твоих руках”) тигән слоганды иң яҡшыһы тип таныны. Эмблема менән слогандың авторы – биҙәүсе-дизайнер Александр Курлянов.
– Слогандың структураһы бер нисә мәғәнәгә эйә, шул уҡ ваҡытта ул әйтеп еткерелмәгән дә кеүек. Был психологик алым тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән һәр ҡайһыбыҙҙың әһәмиәте хаҡында уйланырға мәжбүр итә, – тигән фекерҙә автор.


Вернуться назад