Кешеләр, мәҙәниәт, арауыҡ: Евразия донъяһының ижтимағи-мәҙәни динамикаһы09.11.2016
15 ноябрҙә Башҡорт дәүләт университетында “Кешеләр, мәҙәниәт, арауыҡ: Евразия донъяһының ижтимағи-мәҙәни динамикаһы” исемле Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк. Сара профессор һәм этнограф Рим Йәнғужиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлана.
Әйткәндәй, Рим Зәйнәғәбит улы – 15-ләп монография, 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙған этнограф, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре, юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры исемдәрен яулаған хөрмәтле шәхестәребеҙҙең береһе.
Конференцияның йүнәлештәр теҙмәһенә күҙ һалһаҡ, унда: “Р.З. Йәнғужин – ғалим һәм ғилемде ойоштороусы”, “Башҡорттарҙың тарихы һәм этнологияһы”, “Евразия халыҡтарының ижтимағи-мәҙәни юҫыҡтағы этник яҡтан оҡшашлығы” кеүек эштәрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Сараны Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, университеттың тарих факультеты, Тарих, археология һәм этнография кафедраһы, Р.З. Йәнғужин исемендәге Этнографик музей ойоштора. Унда Мәскәү, Ҡазан, Красноярск, Екатеринбург кеүек ҡалаларҙан профессорҙың коллегалары, тарихсылар, этнографтар ҡатнашасаҡ.
Конференция Башҡорт дәүләт университетының физика һәм математика корпусында 400-сө аудиторияла, сәғәт 11-ҙә башлана. Шулай уҡ сараның икенсе көнө Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында Беренсе Ватан һуғышының ҡаһарманы Ҡаһым түрәгә һәм Рим Зәйнәғәбит улына арналған “түңәрәк өҫтәл” булараҡ дауам итәсәк.