Ҡупшы кәүҙә, етеҙ тояҡ08.11.2016
Ҡупшы кәүҙә, етеҙ тояҡ Ҡоралай болан төрҙәре араһында иң бәләкәйҙәренән һанала. Уның оҙон осло ҡолағы, ҡыҫҡа ҡойроғо һәм кәүҙәһе был кейеккә етеҙлек, йылғырлыҡ бирә. Рәсәй биләмә­һендә ике төр – Европа һәм Себер ҡоралайҙары көн күрә. Улар төҫтә­ре, йәшәү ареалы менән генә айырыла.


“Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсау­лығында ҡоралайҙарҙың һаны даими үҙгәреп тора. Фәнни күҙәтеүҙәр һөҙөм­тәләре буйынса, улар яҙҙан көҙгә тиклем бихисап булһа, ҡыш айҙарында ни бары 15 – 20 башҡа яҡыны ғына тороп ҡала. Быға, беренсенән, ҡарҙың күп булыуы, үлән аҙығын табыуы ҡыйынлашыуы сәбәпсе булһа, икенсенән, тәрән ҡарҙа бүре йә һеләүһен кеүек йыртҡыстарға еңел табыш ул.
Йәйге эҫе көндәрҙә ҡоралайҙар, мышылар кеүек, оҙон үлән йә ҡуйы ҡыуаҡлыҡ араһында ял итә. Эңерҙә һәм иртә таңда ғына тамаҡ ялғауҙы хуп күрәләр. Хайуанҡайҙың ашау рационына, төрлө үләндәрҙән тыш, мүк, бәшмәк һәм емеш-еләк инә.
Ҡоралайҙар август башынан сентябр­ҙең аҙағына тиклем ҡаса. Йыл да ошо дәүер ата ҡоралайҙар өсөн ысын көс һынашыу аренаһына әйләнә. Ярһыу, мускулдары ташып торған тәкәләр яман баҡырып, эргә-тирәләге сиҙәмде ҡара тупраҡҡа әйләндергәнсе тапап, күҙҙәрен аҡайтып бер аҙ тора биргәс, бер-береһенә уҡтай атыла. Таҡ-тоҡ килгән мөгөҙ тауыштары ғына тирә-яҡты яңғыратып тора. Ауыл ҡарттарының, элегерәк һуғыш яланында бер нисә ата ҡоралайҙың үҙ-ара алышыуҙарын осрата торғайныҡ, тип һөйләгәндәре әле лә хәтеремдә.
Ғөмүмән, ҡурсаулыҡ өсөн бар кейек тә ҡәҙерле. Шулар араһында ҡоралай ҙа бар. Матур, ҡупшы һәм үҙенсәлекле йән эйәһе йыш ҡына автомобиль тәгәрмәсе аҫтына эләгеп һәләк була. Шуға күрә беҙ Белорет ҡалаһы һәм районы, республика халҡына, күрше өлкәләрҙән килгән ҡунаҡтарға ҡурсаулыҡ биләмәһе аша үткән Өфө – Белорет автотрассаһындағы “Һаҡ булығыҙ! Ҡырағай хайуандар осрауы бар!” тигән юл билдәләренә иғтибар итеүен һәм ҡорос аттарҙың тиҙлеген кәметеүен һорайбыҙ.



Вернуться назад