Тыңлауһыҙ казак булмай...08.11.2016
Йәш быуын күңелендә тарихҡа хөрмәт, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү маҡсаты төрлө юлдар аша тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында Өфөнөң 97-се мәктәбендә казак кластары асылды.
Белем усағында бындай йүнәлеш өс йыл элек, йәғни учреждениела спорт-патриотик клуб булдырылғас, башлана. Уны казактар ойоштора. Балалар клубта бушлай шөғөлләнә. Казак класы асыу тураһында һүҙ сыҡҡас иһә, унда эләгергә теләүселәрҙән ҙур сират йыйыла.
Тупланған кластағы малай-ҡыҙҙар казак кителдәре кейгән, ант биргән. Ике ай эсендә хәрби эштең нигеҙен, шулай уҡ ҡул һуғышына өйрәнеп өлгөргән улар. Уҡытыу программаһы ғәҙәти кластарҙыҡынан күпкә айырыла. Һөҙөмтәлә бишенселәр белемгә ынтылыуы ғына түгел, ә тәртипле, етди булыуы менән дә һоҡландыра.
– Бындай формала нисек йүгереп, тыңлашмай йөрөмәк кәрәк? – ти, мәҫәлән, Әсғәт Йәһүҙин. – Башҡаларға өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Иптәштәрем менән шундай ҡарарға килдек: мотлаҡ хәрби юлды һайлаясаҡбыҙ. Мин махсус тәғәйенләнешле отрядҡа эләгергә хыялланам.