Кем химияны ярата?08.11.2016
Сәнәғәт тармағын үҫтереү маҡсатында тормошҡа ашырылған саралар араһында “Мин химияны яратам” тип аталған белем биреү проекты бар. Уға ярашлы, күптән түгел баш ҡала уҡыусыларына үҙенсәлекле дәрестәр күрһәтелде.
Сара Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр технопаркында ойошторолдо. “Химия һәм тормош” фәнни-популяр журналының баш мөхәррире Любовь Стрельникова, шулай уҡ ошо өлкәләге башҡа белгестәр уҡыусылар менән педагогтарға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, мауыҡтырғыс интерактив уйындар үткәрҙе. Уларҙа балаларҙың белем, логик фекерләү, анализлау кимәле асыҡланды, һәләтте үҫтереү юлдары билдәләнде.
Белгестәрҙең фекеренсә, илебеҙҙә элек-электән химияны уҡытыу көслө ойошторолған. Хәҙер иһә, балалар менән ата-әсәнең дә, мәғлүмәти мөхиттең дә башҡаса булыуын күҙ уңында тотоп, предметтың йөкмәткеһенә, уҡытыу алымдарына заманса үҙгәреш индереү мөһим. Ғәмәли эшкә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, шунһыҙ уҡыусылар күңелендә фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу ауырға төшәсәк.