Инша яҙмаһаң, рөхсәт алмайһың08.11.2016
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: сираттағы БДИ-ға инеү хоҡуғын биргән йомғаҡлау иншаһын яҙыу 7 декабргә тәғәйенләнде. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Әле XI класта белем алғандар үҙҙәренең мәктәбендә теркәлеү үтһә, элекке сығарылыш класс уҡыу­сылары район хакимиәтенең мәға­риф идаралығы тарафынан билдә­ләнгән урынға ғариза бирергә тейеш. Иншаны 2017 йылдың 1 фев­ралендә, 3 майында яҙыу мөм­кинлеге лә бар.
Мәғариф һәм фән тармағында күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт­тең рәсми сайтында декабрҙә үтәсәк һынауға әҙерлек, уны уҙғарыу йәһә­тенән методик кәңәштәр баҫылды. Кәңәштәрҙе ошо учреждениеның сайтында, шулай уҡ БДИ-ның рәсми мәғлүмәти порталында ла табырға мөмкин.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, инша­ның тематик йүнәлештәре бишәү: “Аҡыл һәм тойғо”, “Намыҫ һәм на­мыҫ­һыҙлыҡ”, “Еңеү һәм еңелеү”, “Тәжрибә һәм хаталар”, “Дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ”. Методик кәңәш­тәр­ҙә эште күләмгә, фекерләү ки­мәленә, композицияға, дәлилдәргә, грамоталылыҡҡа, яҙыу телмәре сифатына ҡарап анализлау өлгөләре бирелгән.
Һынауға 3 сәғәт тә 55 минут би­релә. Һаулыҡ мөмкинлеге сиклән­гәндәр өсөн сәғәт ярым ваҡыт өҫтә­лә. Уларҙың шулай уҡ инша урынына изложение яҙыу хоҡуғы бар.


Вернуться назад