“Үҙем генә белгән юл менән...”08.11.2016
Япония. Был илдә донъя белгестәре “иҡтисади мөғжизә” тип атаған күренеш тарих өсөн дә һирәк хәл булып тора. Ул үткән быуаттың 50-се йылдарында башланып, 1973 йылғы нефть көрсөгөнә хәтлем дауам итте. Илдең алға китеүенең сәбәптәре – япондарҙың яңы технологияларҙы йылдам үҙләштереүе. Ә бит Икенсе бөтә донъя һуғышына хәтлем был дәүләт ошондай технологиялар, хатта улар тураһындағы мәғлүмәт өсөн дә ябыҡ ине. Иҡтисади үҫеште етештереүселәр, продукцияны бөтә донъя буйлап һатыусылар һәм банктарҙың “кэйрэцу” тип аталған төркөмдәргә берләшеүе лә тәьмин итте. Дәүләт менән ҙур эшҡыуарҙар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, киләсәкте бергәләп планлаштыра. Японияла профсоюздар ҙа бик әүҙем. Ниндәй ҙә булһа корпорацияла бөтә ғаиләһе менән хеҙмәт итеүселәр уларҙы бер ҡасан да эшһеҙ ҡалдырмаясаҡтарына гарантия ала. 1968 йылдан алып был ил иҡтисад кимәле буйынса АҠШ-тан ҡала икенсе урында килә ине. 2010 йылда уны Ҡытай уҙып китте.
АҠШ. Был дәүләткә, мәғлүм булыуынса, Европанан күсеп килгән халыҡ нигеҙ һалды. Ә тотош ҡитғаны үҙләштереүгә әүҙем кешеләр генә һәләтле. Уның иҡтисады XIX быуаттағы Граждандар һуғышынан һуң ҡабул ителгән үҙгәртеп ҡороу ҡарарҙары нигеҙендә тағы ла ҙурыраҡ тиҙләнеш алды. Ҡара тәнлеләрҙе ҡоллоҡтан азат итеү арзан эшсе көстө бермә-бер арттырҙы. Ер майҙанын ҙур булмаған биләмәләргә бүлеп биреү ауыл хужалығы үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһамай ҡалманы. Географик яҡтан уңайлы (төп конкуренттарынан ситтә) урынлашыуы, климатының ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм башҡа тармаҡтар өсөн бик уңайлы булыуы ла американдарҙың алға китеүенә булышлыҡ итте. Тирә-яғындағы бәләкәй дәүләттәр был ҙур илгә ҡаршы сыға алмай, элегерәк уның яҡлауына мохтаж саҡтары ла аҙ түгел ине. Беренсе һәм Икенсе бөтә донъя һуғыштарында АҠШ биләмәһенә бер бомба ла төшмәне, уға донъяның башҡа ҙур дәүләттәре кеүек емереклектәрҙән аяҡҡа баҫырға кәрәкмәне. Ошо хәлдән американдар оҫта файҙаланды: Европа илдәре һуғыш эҙемтәләренән ҡотолоу менән булышҡан арала улар донъя баҙарындағы урынын бермә-бер киңәйтте. Алғараҡ киткән иҡтисадта килем дә ҙурыраҡ, шуға был илгә Европанан тағы белгестәр ағылды. Улар үҙҙәренең яңы ватанының сәнәғәтендә лә, ауыл хужалығында ла техник ҡоралланыш кимәлен күтәрҙе, башҡа илдәрҙә уйлап табылған фәнни яңылыҡтарҙы ла бүтәндәрҙән алдараҡ ҡуллана башларға һәләтле булып сыҡты.
Британия. Заманында үҙ аҡса берәмектәрен донъя валютаһына әйләндереү, иң ҙур һәм көслө диңгеҙ флотына эйә булыу, колонияларындағы байлыҡты туҡтауһыҙ ташыу арҡаһында ныҡ хәлләнгән был дәүләт – әле лә иҡтисади яҡтан иң ҡеүәтле илдәрҙең береһе. Ул сәнәғәттән тыш тармаҡтарҙы үҫтереүгә лә күп көс һалды, шуға бөтә донъялағы банк, страховка, брокерлыҡ, финанс белеме биреү, компьютер программалары эшләү һәм идара итеү кеүек хеҙмәтләндереү төрҙәренең 10 проценты Британияға тура килә. Хеҙмәтләндереү өлкәһе һөҙөмтәләре хатта илдең тулайым эске продукты үҫешенең уртаса күрһәткесенән юғарыраҡ, ҡайһы бер осорҙа ошо күрһәткестең өстән ике өлөшөнә етә. Был дәүләт үҙен донъя иҡтисадының бөгөнгө йәки киләсәктә төҫмөрләнгән үҙенсәлектәренә тиҙ яраҡлашыу, үҙ хужалығына идара итеүҙә төрлө алымдар ҡулланыу – әйтәйек, предприятиеларҙы хосусилаштырыу йәки, киреһенсә, ҡыҫҡа ваҡыт арауығында үҙәкләштереү – буйынса алдынғы система итеп танытҡан.
Германия. XIX быуат уртаһына саҡлы аграр ил булып танылған дәүләт — бөгөн иң алдынғыларҙың береһе, ул Европаның тулайым продуктының 30 процентын бирә. Беренсе бөтә донъя һуғышы алдынан иҡтисады буйынса донъяла АҠШ-тан ҡала икенсе урында торһа ла, үҙе үк башлап ебәргән ике һуғыштан да ул ныҡ зыян күрҙе, ләкин емереклектәрҙән тиҙ аяҡҡа баҫты. Тәбиғи байлыҡтары аҙ булған Германия, нигеҙҙә, ауыр сәнәғәтте йылдам үҫтереү арҡаһында алға китте. Был илдең төп үҙенсәлектәренең береһе – иҡтисадтың социаль йүнәлеше бик йоғонтоло булыуы һәм уның баҙар мөнәсәбәттәре менән иркен һыйышып йәшәүе. Ул халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә дәүләт яуаплылығын булдырыу, төрлө социаль пособиелар, дотациялар, һалымдың прогрессив шкалаһы, медицина буйынса һәм эшһеҙлектән страховка кеүек ҡурсалау сараларын әүҙем ҡулланған дәүләт булараҡ та танылды.