“Һунар”11.10.2016
“Һунар” Әсе һыҙғырыу. Бала саҡ иленән ишетелә ул. Тәбиғәттә күңелгә ятышлы ике һыҙғырыуҙы беләм. Береһе – яҙын тәүге тамсылар тишкеләгән ҡар аҫтынан ағып сыҡҡан кескәй генә йырғанаҡтарҙы, ҡояш нурҙарына бөрөләрен ирәйеп бүрттергән ағастарҙы, ғөмүмән, ҡышҡы йоҡонан уянып ҡына килгән тыуған яғын һағынып ҡайтҡан сыйырсыҡтарҙың һыҙғырыуы. Икенсеһен дала яғы кешеләренең генә ишеткәне барҙыр. Уныһы ҡарҙан әрселә генә башлаған тау баштарынан, ҡалҡыулыҡтарҙан килә. Бәләкәй генә бер мәхлүк йән эйәһе эйелә биреп йөрөй-йөрөй ҙә үрә баҫа; шундай итеп һыҙғырып ебәрә ул, ауылыңдың теләһә ниндәй фырт егетенән дә уҙҙыра. Ниңәлер: “Яҙ башлана, я-яҙ!” – тигән төҫлө. Быныһы – йомран һыҙғырыуы.


Нәҡ ошо ваҡытта башлана ине һигеҙ – ун ике йәшлек малайҙарҙың йомранға һунарға сығыуы. Был шөғөл беҙгә тиклем дә булған, беҙ ҙә уны дауам иттек. Тик ҡалған быуын малайҙары әллә яҙҙы тәүгеләрҙән булып сәләмләп һыҙғырған йән эйәләрен йәлләне, әллә йыбанды – “һунар”ҙы дауам иттереүсе булманы. Аҙаҡтан иһә күптәрен телевизор “йотто”: 90-сы йылдарҙа күпләп сериал күрһәтә башланылар, беҙҙең саҡтағы ун-ун биш минутлыҡ “мультик”тар сәғәттәргә һуҙылды. Йомран аулау түгел, уйын ойоштороусылар ҙа тау баштарында һирәк күренер булды. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа өйҙәренә бикләнде.
Йомран ояһын, беҙҙеңсә әйтһәк, йомран тишеген эҙләп табыу әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай ине. Алда әйткәнемсә, уның эргәһенә сығып үҙе үк һыҙғырып саҡыра. Был ояларҙың ике төрлөһө була: горизонталь тиерлек соҡолғаны һәм мәмерйәһе. Тәүгеһенән йомран гелән инеп-сығып йөрөй, ә икенсеһе, туп-тура вертикаль төшкәне, йәғни мәмерйәһе ҡурҡыныс янағанда “сумыр” өсөн тәғәйенләнгән. Көтөү көткәндә был мәмерйәләргә сыбыртҡы төшөрөп ҡараған бар, ҡайһылары метрҙан аша, бәғзеләре хатта икегә етә.
“Һунар” ошо тишектәргә һыу тултырыуҙан ғибәрәт. Ҡайһы саҡта иһә тоҙаҡ ҡороуҙан. Тик был алым малайҙар өсөн бик ҡыҙыҡ түгел, сәм дә уятмай, һунар ҡомары ла булмай. Ҙурыраҡ малайҙар яҡын-тирәләге күләүектәрҙән күнәкләп һыу ташый, бәләкәйерәктәр өң эргәһендә тора. Тәүҙә һыу эскә бик еңел үтә. Һуңынан ҡапыл туҡтай.
– Әһә, барып етте, йомран эскә артабан үткәрмәҫ өсөн арҡаһы менән ҡапланы, – ти “һунарсылар” командаһы “белгестә­ренең” береһе.
– Оҙаҡ тора, инә йомрандыр, – ти икенсеһе.
Өндәшмәйем. Шуны беләм: инә йомран булһа, оҙағыраҡ тора – балаларын һыу үтеүҙән, үлемдән һаҡлай меҫкен. Ата йомран иһә тиҙерәк сыға ла ғаиләһен һаҡлау өсөн алышҡа ташлана, аҫлы-өҫлө тырпайған икешәр тешен шаҡылдата. Сыйнай. Бахыр, ҡорһаҡ тулы һыу, еүеш тән менән ни эшләй алһын инде ул, тип ҡуям эстән генә, хатта әҙәм балаһына түгел, ҡош-ҡортҡа ҡаршы торорлоҡ та көсө юҡ бит. Етмәһә, сығыуы менән кемдеңдер таяғы эләгә. Йәлләйем йомранды. Һуңынан, үҫкәс белеүемсә, уны бөтәһе лә үҙенсә йәлләгән икән. Тик өйөр ҡануны, үҙеңде көслө итеп тойоу, беҙгә тиклемге “йола”ны тотоу үҙенекен эшләгән. Малайҙар алдында һыр бирергә ярамай – ҡурҡаҡтан һалдырырҙар. Ә был – иң яманы. Етмәһә, “ҡыҙыҡай” тигән ҡушамат та тағыуҙары бар. Башҡаса һинең менән береһенең дә уйнамауы ихтимал. Шуға ла өндәшмәйем. Береһе лә өндәшмәй. Ҡараштар ғына йомран тишегендә.
Өң ауыҙына еткән һыу туҡтап ҡала. Йөрәк урынында түгел: дарҫ-дорҫ тибә. Ҡапыл һыу сайҡала. Уның өҫтө боғор-боғор килә – өң эсендә ҡалған һауа сыға. Һыу юҡ була ла ҡап-ҡара йомран башы күренә. Йомрандар аҡһыл һоро төҫтә була. Еүешләнһә, ҡараға әйләнә, ләкин кәүҙәһе сыҡмай. Бер аҙ тын алып тора. Һуңынан, ҡасып ҡотолорға теләптер инде, мәмерйәһенә йәшеренә, ләкин шәп йүгерә алмай – ҡорһағына һыу тулған...
Беҙ, малайҙар, шул тиклем дә ҡанһыҙ булдыҡмы икән ни, тип ҡуям хәҙер. Юҡтыр, ғәйеп беҙҙә генә булмағандыр. Ул заманда йомран дәүләт мөлкәтен урлаусы, уртына шунса-шунса иген тултырып баҫыуҙан ояһына ташыусы бур, ҡараҡ итеп кәүҙәләндерелә ине. Хатта бер йәнлектең күпме зыян килтереүе тураһында ла байтаҡ яҙҙылар, аҙым һайын тылҡынылар. Шуға ла өлкәндәр беҙҙең “һунар”ҙы өндәшмәй генә хуплағандыр.
Тик береһе лә ошо йән эйәләренең аслыҡ замандарында күпме кешене үлемдән алып ҡалғанлығы тураһында һөйләмәне лә, иҫләмәне лә. Был турала мин үҫкәс, журналист һуҡмағы Һамар, Ырымбур яҡтарына илткәс кенә ишеттем. Һамар өлкәһе башҡорттарында йомранды үҙҙәренең нәҫелдәренең изге йән эйәһе итеп ғорурлыҡ менән йөрөтөүселәр ҙә бар. Бәлки, башҡорттоң Йомран-Табын ырыуының үҙ исемен был йән эйәһенә бәйләп йөрөтөүе лә юҡтан түгелдер?
Ауылыбыҙҙа хәҙер йомрандар бик аҙ. Юҡ, беҙ малай саҡта ҡырып бөтөрмәнек уларҙы. Бер йәйҙә әллә ҡайҙан илле-алтмышлап ҡош өйөрө килеп сыҡты. Ҡоҙғондан ҙурыраҡтар, һоролар. Ошо уҡ йәйҙе улар бөтә йомранды ҡырҙы ла бөттө. Бейек ағас баштарында оя ҡороп бала сығарҙылар ҙа артабан остолар. Башҡаса килмәнеләр. Ҡоштар ҙа, йомрандар ҙа күренмәне. Тик йомран бөткәндән генә баҫыуҙарҙа уңыш артманы...


Вернуться назад