“Өфөнефтехим” предприятиеһының “Гидрокрекинг” ҡоролмаһында сыҡҡан янғын бөтөн республиканы тетрәтте.
“Башнефть” компанияһының бүлендек предприятиеһына ҡараған гидрокрекинг ҡоролмаһы 1976 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылған булған. Әле ойошмала уны яңыһына алмаштырыу эштәре башҡарылған. Ҡоролмала бензин эшләү өсөн ҡайнап торған нефть продукттарын эшкәртәләр һәм һыуыталар. Билдәле, эш шарттары үтә хәүефле. Күҙ алдына килтерегеҙ, водород тәьҫирендә ҡайнау температураһы ғына 330 – 450 градусҡаса етә. Янғын сыҡҡан төндә лә тап ошо ҡоролманың коллекторында водород сыға башлай ҙа инде. Эшселәр участоктың эшмәкәрлеген туҡтатырға маташа, ләкин шартлау яңғырай... Әлеге сменаға сыҡҡан 11 кешенең алтыһы фажиғә урынында һәләк була, икәүһе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Таңғы дүрттә башланған янғынды биш сәғәттән һуң ғына һүндерә алалар. Ваҡиға урынына 50-нән ашыу техника һәм 130-лап ҡотҡарыусы йәлеп ителә.
Республиканың тәфтиш комитеты әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Хоҡуҡ һаҡсылары белдереүенсә, предприятиела хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙолған.
Әле техноген фажиғә урынында янғын тулыһынса һүндерелгән. Уттың ҡабаттан тоҡанып китеү ихтималлығы юҡ. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән ерҙе экологтар ҙа тикшерә. Улар шартлау һәм янғын эҙемтәләре тирә-йүнгә зыян килтермәгән, ти.
Анализдар күрһәтеүенсә, һауала зарарлы матдәләр күләме норманан ашмай. Халыҡҡа хәүефләнергә урын юҡ.
Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Республика Башлығы хәлде даими күҙәтеү аҫтына алған. Фажиғәгә тарыусыларҙың ғаиләләре иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев иһә “Өфөнефтехим” заводында булған янғын сәбәптәрен ныҡлап тикшерергә кәрәкләген белдерҙе һәм яҡындарын юғалтҡан ғаиләләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты. “Кеше ғүмеренән ҡәҙерлерәк бер ни ҙә юҡ! Республика халҡына, ойошма хеҙмәткәрҙәренә хәүефһеҙ эш урыны тәьмин итеү өҫтөнлөклө булырға тейеш”, – ти спикер.