Алдана күрмәгеҙ!29.06.2016
Белоретта 35 йәшлек Сергей Ганшин мутлыҡ ҡылғаны өсөн суд алдына баҫты. Енәйәт ҡылғанда үҙен Федераль именлек хеҙмәтенәнмен тип таныштырған.

2013 йылда “ЛедиМед” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ганшинды компьютерҙарҙа мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эштәрен башҡарыуға яллай. Ул хеҙмәт күрһәтеү тураһында килешеү төҙөүҙән баш тарта, органдарҙа штаттан тыш эшләүе, бер нисә паспорты булыуы, исем-шәрифен белгертергә ярамағанлығы хаҡында әйтә.
Бер көндө Ганшин компания етәксеһенән еңел машина һатып алыуға өс миллион һум һорай. Директор бурысҡа аҡса бирә. Алдаҡсы иһә ҡатынына сит ил автомобиле һатып ала, ҡалған 400 мең һумды бурысты түләү иҫәбенән тип кире ҡайтара.
2014 йылдың октябрендә “ЛедиМед” етәксеһе Ганшиндан йәмғиәткә ҡарата хоҡуҡ һаҡлау органдары үткәргән тикшереү барышы хаҡында белешеүен үтенә. Ир унан дүрт миллион һум аҡса һорай һәм ҡалған бурыс хаҡында онотоуын үтенә, күҙәтеү ведомстволары тикшереүен туҡтатырға вәғәҙә итә. Етәксе, адвокат менән кәңәшләшкәндән һуң, полицияға мөрәжәғәт итә.
Башҡортостандың Тәфтиш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле Ганшиндарҙың фатиры ла, машинаһы ла ҡулға алынған.
Әйткәндәй, ир ошондай уҡ енәйәт өсөн элегерәк тә хөкөмгә тарттырылған булған.


Вернуться назад