Дарыуҙың да була төрлөһө29.06.2016
“Пангея” халыҡ-ара операцияһы барышында полиция хеҙмәткәрҙәре 700-ҙән ашыу тыйылған дарыуҙы сауҙа селтәренән сығарҙы.
Республика Эске эштәр министрлығының иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы белгестәре “Росздравнадзор”ҙың территориаль органы менән берлектә дарыу препараттарын һатыу менән шөғөлләнгән 352 ойошманы тикшерҙе. Сара барышында 60-ҡа яҡын тәртип боҙоу осрағы теркәлде, 70 мең һумдан ашыу күләмдә Рәсәйҙә һатыу тыйылған дарыуҙар, медицина тәғәйенләнешендәге изделиелар, шул иҫәптән быйыл май айында ғына сауҙаға сығарыу сикләнгән “Сеалекс” һәм “Али Капс” препараттары әйләнештән алынды. Тәртип һаҡсылары Интернет селтәрендә, ғәмәлдәге ҡануниәтте боҙоп, препараттар, биологик әүҙем өҫтәмәләр һатыу менән шөғөлләнгән 17 сайтты асыҡланы. Почта аша килгән тауарҙарҙы тикшереү барышында Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре Ҡытайҙан килгән әйберҙәр араһында 300 грамм аконит тамыры экстрактын тапты. Был ағыулы матдә Таможня союзы ҡарамағындағы биләмәгә лицензия нигеҙендә генә индерелергә тейеш. Әле матдәне экспертизаға ебәргәндәр.
Башҡортостанда “Пангея” халыҡ-ара операцияһын ойоштороуҙа Эске эштәр министрлығы, “Интерпол”, Башҡортостан таможняһы, “Росздравнадзор”ҙың территориаль органы вәкилдәре ҡатнашты.