Ярыш рухы тантана итте29.06.2016
Ҡандракүл ярында Туймазы ҡалаһындағы Спорт ярыштары федерацияһына нигеҙ һалған дзюдо һәм самбо буйынса спорт мастеры Фәрит Дәүләтшин иҫтәлегенә ярыммарафон ойошторолдо. Унда Туймазы, Өфө, Октябрьский, Бәләбәй, Дүртөйлө, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларынан, шулай уҡ Татарстандан һәм Удмуртиянан 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Муниципалитет хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов әйтеүенсә, ҡунаҡсыл Туймазы ерендә был сара 22-се тапҡыр уҙғарыла.
— Ярыштар йәштәр өсөн сәләмәт тормош өлгөһөн күрһәтә, күтәренке ярыш рухын сағылдыра, — тине ул.
Ярыммарафонға килгән абруйлы ҡунаҡтар араһында 13 тапҡыр Паралимпия, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова, Башҡортостандың Спорт ярыштары федерацияһы рәйесе Владимир Павлов бар ине.
Өлкәндәр араһындағы ярышта Өфөнән халыҡ-ара класлы спорт мастеры Андрей Сафронов еңеү яуланы. Ул арауыҡты бер сәғәт 43 секундта үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәне Өфөнән Ульяна Шәрипова күрһәтте. Туймазынан Әлфиә Саҙретдинова иһә өсөнсө урынды яуланы. Бөтә призерҙарға грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды.
17 йәшкә тиклемге 300-ҙән ашыу бала һәм үҫмер ике километрлыҡ дистанцияға ярышты. Уларҙың алдынғылыҡты бирмәгән 12-һенә спорт велосипедтары тапшырылды. Сараны ойошторған Туймазы ҡалаһының Спорт ярыштары федерацияһы ла бүләк өләште. Туймазы бодибилдеры Артем Зилхайнаров махсус призға лайыҡ булды. Октябрьский ҡалаһының транспорт компанияһы ла еңеүселәрҙе бүләкләне.