Ебәк юл”дан – автомобилдә29.06.2016
35 илдән йыйылған 350 еңел автомобиль, “Ебәк юл” раллиһына берләшеп, 8 июлдә Рәсәйҙең баш ҡалаһындағы Ҡыҙыл майҙандан старт аласаҡ.

Улар Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡытай илдәре буйлап үтергә план ҡорған. Раллила ҡатнашыусылар 10-11 июлдә Өфөгә килеп етергә тейеш. Финиш 24 июлдә Пекин ҡалаһында буласаҡ. 16 көн эсендә автомобилселәр 10 мең километр ара үтәсәк.


Вернуться назад