Баҡалыла, Борайҙа эш нисек бара?28.06.2016
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов эш сәфәре менән Баҡалы һәм Борай райондарында булды.

Баҡалыла ул “Баҡалы кирбес заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Былтыр бында ун миллион данаға яҡын кирбес сығарылған, быйыл биш ай эсендә иһә — һигеҙ миллион дана самаһы. 2013 — 2016 йылдарҙа реконструкциялауға һәм яңыртыуға 200 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. 2014 йылда икенсе туннель мейесе файҙаланыуға тапшырылған, икенсе пресс ҡуйылған. Быйыл иһә яндырыу мейесенә капиталь ремонт яһалған.
Баҡалыла Хөкүмәт Премьер-министры уҙған быуаттың 80-се йылдары башында төҙөлгән үҙәк район дауаханаһын ҡарап сыҡты. Шул осорҙан алып бында комплекслы төҙөкләндереү эштәре бер ҡасан да үткәрелмәгән. 2014 йылда айырым маҡсатлы социаль программалар фонды аша медицина ойошмаһын ремонтлауға 96 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Дауаханала инженерлыҡ селтәрҙәре, ҡыйыҡ, ишек, тәҙрәләр, елләтеү системаһы тулыһынса алмаштырылған, фасад йылытылған. Өс ҡатлы бинаға лифт ҡуйылған. Терапия, хирургия, балалар, ҡабул итеү бүлектәрендә, шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә эшләгән һәм көндөҙгө стационарҙарҙа капиталь ремонт яһалған.
Артабан Рөстәм Мәрҙәнов 825 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөү майҙансығында булды. Әле бында сауҙалашыу ғәмәлдәре тормошҡа ашырыла, белем биреү объектын төҙөүҙең смета хаҡы раҫлана.
Эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры көрсөккә ҡаршы район комиссияһы ултырышын үткәрҙе.
Борай районының Шабай ауылында Рөстәм Мәрҙәнов 6 июндәге дауылдан һуң төҙөкләндереү эштәрен тикшерҙе. Хөкүмәт Премьер-министрына социаль объекттарҙағы ремонт хаҡында хәбәр иттеләр. Дауыл һөҙөмтәһендә мәктәптең һәм урындағы клубтың ҡыйығына зыян килгәйне. Әле был объекттарҙың ҡыйығы ваҡытлыса ябылған, проект-смета документтары әҙерләнгән. Мәктәпте — бюджет, ә мәҙәниәт йортон хәйриә аҡсаһы иҫәбенә төҙөкләндерергә ҡарар ителгән.


Вернуться назад