Тәбиғи мираҫ яҡлау талап итә28.06.2016
2017 йыл Башҡортостанда Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған
указ Интернет селтәрендәге хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында баҫылған.
Әле тематик йылды үткәреү буйынса ойоштороу комитеты раҫланды. Уға киләһе йылға саралар планын эшләү бурысы йөкмәтелде. Ойоштороу комитетына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселек итә.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә урындарҙа план һәм ойоштороу комитеттары төҙөргә, йәмәғәтселәргә экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, Башҡортостандың тәбиғи мираҫын һаҡлау йәһәтенән яуаплылыҡты арттырыу буйынса эште әүҙемләштерергә тәҡдим ителде.
Документҡа ил Президенты Владимир Путиндың “Рәсәй Федерацияһында Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын үткәреү тураһында”ғы һәм “Рәсәй Федерацияһында Экология йылын үткәреү тураһында”ғы указдарына ярашлы ҡул ҡуйылды. Улар илебеҙҙә экология, биологик күп төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик именлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә иғтибарҙы арттырыуға йүнәлтелә.