Ҡытай cәйе, башҡорт балы...04.07.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Үҙәк телевидениеһы һәм “Синьхуа” мәғлүмәт агентлығы журналистары менән осрашты. Бынан алда ҡунаҡтар гүзәл төбәгебеҙ менән танышты. Улар әҙерләгән мәҡәләләр һәм видеояҙмалар төрлө мәғлүмәт сараларында донъя күрәсәк.
Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, Рөстәм Зәки улы Ҡытай менән эшлекле бәйләнештәрҙең нығыныуы хаҡында һөйләне.
– Өҫтәлдә – ҡытай сәйе һәм башҡорт балы. Был – беҙҙең хеҙмәттәшлектең бер билгеһе. Беҙ ҡытай сәйен яратҡан һымаҡ, һеҙҙең дә башҡорт балын үҙ итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Шифалы тәм-томдоң беренсе партияһы Ҡытайға оҙатылды ла инде, – тине ул.
Ҡытай журналистары Рөстәм Хәмитовтан үҙ илдәренән көтөлгән инвестициялар тураһында һорашты.
– Тәү сиратта һеҙҙә үткәрелгән иҡтисади үҙгәрештәр тәжрибәһен өйрәнәбеҙ. Илегеҙҙә социаль реформалар уңышлы атҡарыла. Бынан тыш, һеҙҙең кеүек заманса технологиялар ҡулланып эш итергә өйрәнергә ваҡыт. “Волга – Янцзы” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашабыҙ. Цзянси, Ляонинь провинциялары менән килешеүҙәр нигеҙендә үҙ-ара хеҙмәт- тәшлек итәбеҙ. Быйыл тормошҡа ашырыла башлаясаҡ ҙур проект- тарҙың береһе – Ишембай ҡалаһында төҙөләсәк ҡорос прокатлау заводы. Әҙерлек эштәре тамам, – тине Рөстәм Хәмитов.
Сит ил журналистарына Башҡортостанда бер нисә көн дауамында төрлө ергә сәфәрҙәр ойоштороласаҡ.
У ГАН, “Синьхуа” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе:
– Тиҙҙән ШОС һәм БРИКС саммиттары үтә. Беҙҙең алда яҡташтарыбыҙҙы ошо сараға әҙерлек кимәле менән таныштырыу бурысы тора. Барыһы ла Өфө хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр көтә.