Бала ҡайғыһын күрергә яҙмаһын04.07.2015
Ошо көндәрҙә Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәткә 13 йыл тулды.
2002 йылдың 1 июленән 2-һенә ҡараған төндә, урындағы ваҡыт буйынса 23 сәғәт 35 минутта, Германия күгендә “Башҡортостан һауа юлдары”ның “ТУ-154М” авиалайнеры менән “Боинг-757” йөк самолеты бәрелешә. Швейцария фирмаһы диспетчерының хаталаныуы арҡаһында фажиғәлә 71 кешенең, шул иҫәптән 52 баланың, ғүмере өҙөлдө. Мәскәү — Барселона рейсындағы пассажирҙарҙың күпселеге Башҡортостандан ине. Улар Испанияға ялға юлланғайны.
Рәсәй самолеты экипажы ағзалары һәм һәләк булған балаларҙың барыһы ла Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде. Унда уларҙың иҫтәлегенә мемориал асылды. “Өфө” аэропортында иһә һәләкәткә осраған экипажға һәйкәл ҡуйылды. Германияның Юберлинген ҡалаһында ла мәрхүмдәрҙең иҫтәлеге мәңгеләштерелде.
Йыл һайын мемориалдар янына һәләк булғандарҙың туғандары йыйыла, ҡәберҙәргә сәскә һала.