Премияға кемде тәҡдим итәһегеҙ?03.07.2015
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия буйынса комиссия сираттағы тапҡыр документтар ҡабул итеү хаҡында белдерә.
Положениеға ярашлы, премия 2014 йылдың сентябренән 2015 йылдың авгусына тиклемге осорҙа донъя күргән әҫәр­ҙәре өсөн айырым журналистарға, шулай уҡ уларҙың коллективтарына тапшырыла. Бәй­гелә ҡатнашыу өсөн комиссияға гәзит йә журнал редакцияһының, “Башҡортостан” те­лерадиокомпанияһы, урындағы теле-, радиостудия, мәғлүмәт агентлығы йәки баш­­ҡаларҙың хеҙмәт коллективы йыйылышы протоколын, автор хаҡында мәғлү­мәттәр күрһәтелгән хат, башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәргә урыҫ телендә аннотация, баҫылған әҫәрҙәрҙең төп нөсхәһен тапшырырға кәрәк.
Материалдар 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 1007-се офис (Матбуғат йортоноң 10-сы ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.


Вернуться назад