Йәштәр күп, эштәр ҙә гөрләр30.06.2015
Башҡортостанда Йәмәғәт палатаһының яңы составы төҙөлгәнен хәбәр иткәйнек инде.
Күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре палатаға тағы ла 15 вәкил ҡабул итеү хаҡында ҡарар сығарҙы.


Улар араһында Дамир Әхтәмов, Сергей Гладких, Анатолий Дубовский, Гүзәл Егорова, Лида Исәргәкова, Вәкил Ильясов, Дмитрий Казанцев, Юнир Минишев, Марат Рахманов, Тамара Танһыҡҡужина, Алина Трусова, Рим Фәррухшин, Хәйрәт Таҡтаев, Әнүәр Шәңгәрәев, Денис Йомаҙилов бар. Бөгөн дүртенсе составтағы Йәмәғәт палатаһының тәүге ултырышы уҙғарыла.
Рәсәй һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Шамил Ганцев әйтеүенсә, палатаның яңыртылған составында бөтөн республиканан кешеләр, шулай уҡ йәштәр ҙә бар. Ул яңы ағзалар төбәк Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы менән әүҙемерәк эшләр, Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыртыуға тос өлөш индерер тигән өмөт белдерҙе.



Вернуться назад