Гәзит уҡыусыларыбыҙ менән Күгәрсен районындағы осрашыуҙар данлыҡлы Хоҙайбирҙе ауылы клубында башланды.
— Беҙҙең төбәк кешеләре гәзит-журналдарҙы яратып уҡый. Мин үҙем иң башта район баҫмаһын ҡарап сығам да “Башҡортостан”ды уҡыйым. Ғилемгә ынтылған кеше, бигерәк тә йәш быуынға белем биргән педагогтар гәзитте мотлаҡ уҡырға тейеш, — тине район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин һәм төбәктәге ижтимағи, бигерәк тә социаль өлкәләге ыңғай үҙгәрештәрҙе телгә алды. Хоҙайбирҙеләр ҙә яңы клублы буласаҡ. Тағы бер мөһим, изге эш ҡылынған районда — Күгәрсен етәкселәре ябылырға тейешле ун мәктәпте һаҡлап ҡала алған!
“Башҡортостан” гәзите вәкилдәре баҫманың йөкмәткеһен яҡшыртыу, уның уҡымлылығын һәм йоғонтололоғон күтәреү өсөн алып барылған эш, уҡыусының күңеленә хуш килгән махсус биттәр, даими рубрикалар хаҡында һөйләне, киләсәктәге уй-ниәттәре менән дә ихлас уртаҡлашты, һорауҙарға яуап бирҙе. Күптәр ял биттәрендә кроссворд, сканвордтарҙың, башватҡыстарҙың йышыраҡ бирелеүен һорай, урта биттәрҙәге һүрәттәрҙе лә төҫлө итеп күргеләре килә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен, бәҫен тағы ла күтәрҙе. Олпат баҫма олпат һүҙ оҫтаһының да табынған, оло хөрмәт менән ҡараған гәзите, сөнки иң тәүге шиғри өлгөләре ошонда баҫылған, үҫтергән, емешле ижад юлына сығарған, бейеклектәргә күтәргән, данлы иткән. “Һәр кем өсөн әҙәбиәт бишеге булды ул”, — тине аҡһаҡал. Унан лирик, сатирик шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Йыр-моң күстәнәсенән дә ауыҙ итте хоҙайбирҙеләр был көндә. Улар алдында донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән райондың һәләтле йырсыһы, композитор Риф Бикбаевтар сығыш яһаны.
Гәзит уҡыусыларҙың тәҡдим-теләктәрен дә барлау әһәмиәтле ине был ваҡытта.
— Мин ғүмерем буйы бер нәмәгә инанғанмын. Әгәр кеше гәзит-журнал уҡып үҫә, ғилем йыя икән, ул маҡсатлы була, эше лә уңа, тәрбиәле лә, тормошта ла үҙенә ҡыйынһынмай юл яра, — тине Хоҙайбирҙе мәктәбендә 40 йыл балаларға белем биргән, күп йылдар директор булып эшләгән Рауил ағай Болғаиров.
Район үҙәгендәге башҡорт гимназияһының тамаша залына ла халыҡ күп йыйылғайны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәғариф бүлеге методистары менән бергә урындағы ойошма-учреждениелар етәкселәре лә килгәйне.
Осрашыу мәлендә гәзитебеҙҙе кемдәр уҡыуын белергә тырышып ҡараныҡ — ҙур залда ул 20—25 кешенән артманы. Тик Күгәрсен районына булған сәфәребеҙ, эскерһеҙ аралашыуыбыҙ, фекер, ҡараштар уртаҡлығы юҡҡа китмәҫ. Дөрөҫөрәге, һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Һис юғында, беҙҙе шуға ышандырҙылар, дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытырға вәғәҙә бирҙеләр.
Юнир КИНЙӘБАЕВ
Күгәрсен районы.