Шағирҙың һуңғы төйәгендә15.11.2011
Шағирҙың һуңғы төйәгендәМәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Камалетдиновтың (Аҡмулла) ижады башҡортҡа ғына түгел, ҡаҙаҡҡа, үзбәккә һәм башҡа төрки халыҡтарға ла яҡын. Ул ғилем таратҡан ерҙәрҙә әле лә исемен ололап телгә алалар, ижадын өйрәнәләр. Мәғрифәтсенең һуңғы төйәге — Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында иһә биш йыл һайын Аҡмулла байрамын уҙғарыу йолаһы йәшәй.
Быйыл сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов етәкселегендәге Өфө ғалимдары делегацияһы, Аҡмулланың яҡташтары, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мейәс ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, бында йәшәүсе милләттәштәребеҙ йыйылды.
Аҡмулла байрамы ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башланды. Унда Силәбе өлкәһенең аҫаба халҡы — башҡорттарға арналған бүлек бар. Музей хеҙмәткәрҙәре милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙ һындары, бишек, көнкүреш әйберҙәре ярҙамында бер мөйөштә башҡорт тирмәһен кәүҙәләндерергә тырышҡан. Икенсе мөйөштә Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған стенд бар.
— Аҡмулла беҙҙең ҡалала йыш туҡталған. Бында уның фекерҙәше, уҡымышлы нәшир Сәләхетдин Бәширов йәшәгән. Улар икәүләп көн-төн әңгәмәләшер булған, тип һөйләгәйне беҙгә Бәшировтың бүләләре. Килгән ҡунаҡтар мәғрифәтсенең эшмәкәрлеге һәм ижады менән ҡыҙыҡһына, — тине музей экспонаттарыШағирҙың һуңғы төйәгендә
менән таныштырып Наталья Рожкова һәм Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ен урыҫса тәржемәһендә уҡып ишеттерҙе. “Һәр кем иртәһен ошо шиғырҙы уҡыуҙан башлаһа ине”, — тип тә өҫтәне.
Артабан Мейәс ҡунаҡтары Мифтахетдин Аҡмулланың ҡәберенә сәскә һалырға юлланды. Китеп барышлай ҡала мәсетенең манараһы күренеп ҡалды. Мейәс эргәһендә һәләк ителгән мәғрифәтсене һуңғы юлға шул мәсеттән оҙатҡандар, тиҙәр. 14 мең мосолман йәшәгән ҡаланың иман йорто, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер эшләмәй.
Мосолман зыяратында Аҡмулланың ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған иҫтәлекле таш алыҫтан уҡ күҙгә салына. Уны тәрбиәләп тороу бурысын “Утрау” балалар ижады үҙәге педагогы Бүләкәй Шафиҡова үҙ иңенә алған, изге эшкә “Тыуған яҡты өйрәнеү” түңәрәгенә йөрөүсе балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен йәлеп иткән.
— Һәйкәлдең үҙ мәғәнәһе бар. Көмбәҙгә оҡшатып эшләнеүе Аҡмулланың иманлы кеше булыуын, ҡылған изгелектәрен һынландыра. Өҫтөндәге асыҡ урын ижадының һәм аҡыллы һүҙҙәренең төрлө ҡитғаларға таралыуы хаҡында һөйләй, — тип аңлатты беҙгә Бүләкәй Ғәли ҡыҙы.
Мифтахетдин Аҡмулланың шәжәрәһен тергеҙеүгә, уның хәҙерге Миәкә районына ҡараған Туҡһанбай ауылы башҡорто булыуын иҫбатлауға ҙур көс һалыусыларҙың береһе — филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр Башҡортостанда мәғрифәтсенең исемен мәңгеләштереү буйынса күрелгән саралар хаҡында бәйән итте. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең баш мөфтөйө Ринат хәҙрәт Раев Аҡмулланың һәм зыяратта ерләнгән башҡа мәрхүмдәрҙең рухына доға ҡылды.
Шағирҙың һуңғы төйәгендә
Арҙаҡлы шәхестәр был донъянан китһә лә, уларҙың даны үлмәй, тиҙәр. Аҡмулланың да яҡты исеме башҡорт халҡы вәкилдәре менән Мейәс ҡалаһы хакимиәте етәкселеген осраштырҙы, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүгә этәргес бирҙе. “Мейәс ҡалаһы башҡорттарының милли-мәҙәни үҫеше программаһын төҙөү” тигән “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине.
— Бында элек-электән башҡорттар йәшәгән. Ошо ерҙәрҙе быуаттар буйы һаҡлап килгәне, әлеге көнгәсә уның мәнфәғәтенә хеҙмәт иткәне өсөн халҡығыҙға рәхмәтлебеҙ, — тине Мейәс ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Войнов, сараны асып.
Ҡаланың исеме “мейес” тигән башҡорт һүҙенән барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Ошо көндәрҙә Мейәс 238 йыллығын билдәләй. XVIII быуатта шул урында баҡыр иретеү заводы булған. Теге йәки был көнкүреш әйбере эшләтеп алырға кәрәк булһа, мейескә барып киләм, тигәндәр, имеш. Завод ябылғас, алтын приискылары барлыҡҡа килә. XX быуат башында Мейәс ҡала исемен ала. Бөгөн унда унлап завод бар. Иң билдәлеләре — “Урал” автомобиль заводы (“Урал” маркалы йөк һәм вахта машиналары сығара) һәм В.П. Макеев исемендәге дәүләт ракета үҙәге (ракета-космос техникаһы етештерә). Сәнәғәт предприятиеларына бай ҡала эргә-тирәләге төбәк халҡын үҙенә йәлеп итә, сөнки унда эшселәр һәр саҡ кәрәк. Мейәстә Силәбе өлкәһенә сиктәш райондарҙан күсеп барған яҡташтарыбыҙҙың күплеге лә шуға бәйле. Бөгөн ҡалала биш мең башҡорт иҫәпләнә.
Күрше төбәктәге ҡәрҙәштәребеҙҙең милли-мәҙәни үҫешен Силәбе өлкәһе һәм Мейәс ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайҙары кеүек йәмәғәт ойошмаларынан башҡа хәстәрләүселәр ошоғаса булмаған, тигән фекер тыуҙы. Мейәс мәктәптәрендә башҡорт балаларына әсә теле уҡытылмай. Силәбе дәүләт университеты филиалындағы башҡорт филологияһы бүлеге лә бөтөү алдында: быйыл һуңғы төркөм V курсты тамамлай. Милләттәштәребеҙ ҡалала башҡортса әҙәбиәт һаҡланған берҙән-бер урындың — 6-сы китапханалағы бүлектең эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт түгел. Баҡтиһәң, унда башҡортса бер һүҙ белмәгән китапханасы хеҙмәтләндерә икән. 167 мең самаһы башҡорт йәшәгән Силәбе өлкәһендә башҡорт телендәге гәзиттең сығыуҙан туҡтауы ла халыҡта күп һорау тыуҙыра. “Түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеү көнүҙәк мәсьәләләр тураһында барҙы.
Йәмәғәт эшмәкәре Вәлиәхмәт Бәҙретдинов башҡорт балаларына туған телде уҡытыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Силәбе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина әйтеүенсә, Мейәстәге ҡайһы бер мәктәптәрҙең айырым кластарында уҡыусыларҙың 80 проценты — башҡорт. Мәсьәләне хәл итеүҙе хакимиәт башлығы үҙенең урынбаҫары Геннадий Васьковҡа йөкмәтте. Китапханаға килгәндә, башҡорт телен белгән кадрҙың юҡлығына һылтандылар, шулай ҙа дәғүәне иҫәпкә алдылар. Һәр хәлдә ике яҡтың да уртаҡ фекергә килеүе һөҙөмтәлелеккә өмөт уятты.
Мәҙәниәт һарайының икенсе залында “Аҡмулла уҡыуҙары” үтте. Унда Башҡортостан ғалимдары Ҡәүи Кәримов, Ғәйнислам Ибраһимов, Зәки Әлибаев, Рәшит Аҡкүбәков, шағир Мәүлит Ямалетдин, тыуған яҡты өйрәнеүсе Әсләм Арыҫланов ҡатнашты.
Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған сараны Сибай дәүләт филармонияһы алып килгән тамаша дауам итте. Унда Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Илья Аносов менән Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Юлия Лапидус ҡатнашты.
— Яҡын арала Зәйнулла ишан Рәсүлевтең иҫтәлегенә арналған “Рәсәй тарихында һәм бөгөнгөһөндә Исламдың әһәмиәте” тигән уҡыуҙар үткәрергә ниәтләйбеҙ. Аҡмуллаға арналған был күркәм сараны ла өлкә кимәленә күтәреүҙе бергә хәстәрләргә кәрәк, — тине Илья Иванович.
Нурзиә ХӘСӘНОВА

Силәбе өлкәһе.


Вернуться назад