“Йәшел ҡалҡан”ға хәүеф янай08.07.2014
“Йәшел ҡалҡан”ға хәүеф янай
Хәүефле миҙгел башланғандан алып Башҡортостан урмандарында 26 янғын осрағы теркәлгән, 96,63 гектар ер уттан зыян күргән.


Урман хужалығы министр­лығы ҡарамағындағы диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы янғындар 4 һәм 5 июлдә сыҡҡан. Йылайыр урмансылы­ғында, Васильевка ауылынан 4 саҡрым алыҫлыҡтағы урмандағы янғындың сәбәптәре асыҡлана. 4 июлдә сыҡҡан ут 5-ендә генә тулыһынса һүндерелгән. Шәмбе, 5 июлдә, Белорет районының Яңы Абҙаҡ ауылынан йыраҡ түгел 0,1 гектар урман янғындан зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәл ике сәғәт эсендә яйға һалынған. Сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.
Республикала йәмғеһе 3,71 гектар урман ут эсендә ҡалған. Янғынды һүндереү йылдамлығы 96 процент тәшкил итә.

Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.



Вернуться назад